БӘХЕТ НИГЕҘЕ – ТЫРЫШЛЫҠТА
Районда шәхси ярҙамсыл хужалыҡ менән шөғөлләнгән кешеләр байтаҡ. Ғаилә менән бергә алып барған хужалыҡта төп килем сығанағы булып тора ул. Никитин ауылында йәшәүсе Фәнисә һәм Рәмил Аҡбашевтар ҙа булған мөмкинлектәрҙе файҙаланып, күп итеп һыйыр малы аҫрайҙар, шифалы һөтө өсөн кәзә ҡарайҙар, һарыҡтар ҙа үрсеткәндәр, йәйгеһен ҡош-ҡорт тоталар, баҡса үҫтерәләр. Атйетәрҙә лә (Рәмилдең тыуған ауылында) йорттары бар. Ундағы ер биләмәһенә төрлө йәшелсә сәсәләр. — Ауыл ерендә эш урындары юҡ, шуға табыш сығанағыбыҙ – малсылыҡ менән шөғөлләнеү. Улар ҙур иғтибар талап итә. Аҙыҡтарын алдан уҡ хәстәрләп ҡуябыҙ – бесәнде үҙебеҙҙең көс менән әҙерләһәк, һаламды, фуражды һатып алабыҙ. Малды күпләп тотһаң, табыш килә. Дәртләнеп эшләйбеҙ. Ауыл ерендә тыуғас, атай-әсәйгә мал ҡарашып, ярҙамлашып үҫтек. Шуға бер ҡыйынлығы ла тойолмай. Эш кешене бәхетле итә, — ти ғаилә башлығы. Нимә этәрҙе һуң шәхси ярҙамсыл хужалыҡ алып барырға, тигән һорауға Фәнисә Камил ҡыҙы ҡушыла: — Колхоздар тарҡалғансы икебеҙ ҙә “Өршәк” колхозында хеҙмәт иттек – ирем механик булһа, мин бухгалтер инем, кассир, кадрҙар бүлеген дә лә эшләнем. Колхоз бөткәс, тәүҙә аптырашта ҡалдыҡ. Киләсәктә нисек аҡса табыу хаҡында уйландыҡ, төрлө юлдарҙы эҙләп ҡараныҡ. Тик ауыл кешеһенә әлегеһенән дә ҡулайлырағын күрмәнек. Аҡбашевтар тауарын Өфө ҡалаһындағы йәрминкәләргә сығара. Ҡыштарын аҙна һайын, ә йәйҙәрен көн аралаш ҡалаға юлланып, баш ҡала халҡын сифатлы продукция менән тәьмин итәләр. Ит, һөт, һөт ризыҡтарын, йомортҡа, йәшелсәне кешеләр ҙур теләк менән тиҙ арала алып бөтә икән. “Йәшелсә, ҡош-ҡорт итен һатыу ҙа үҙен аҡлай”, — ти йорт хужаһы. Бына шулай улар тырышлыҡтары арҡаһында үҙҙәренең ҡул көсө менән эштәренән мул ғына табыш ала. Ғаилә тәүҙә ташыу, һөрөү эштәрен ат ярҙамында башҡарһа, хәҙер техникалары бар. Бер нисә йыл элек бөтә ҡоролмалары менән өр-яңы “Уралец” мини-тракторы һатып алғандар, уның менән эш күпкә еңелләшкән. Тәүәккәл дә, баҙнатлы ла, эшһөйәр ҙә ул был ғаилә. Әммә Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, ошо ҙур хужалыҡ эштәрен бергәләшеп башҡармаһалар, ауырға тура килер ине, моғайын. Шулай уҡ хужабикәнең хисап эшен яҡшы белеүе арҡаһында һәр керем һәм сығым иҫәпләнеп барыла. Ҡыҙҙары Әлфиә һәм улдары Раил да бәләкәйҙән хеҙмәт тәрбиәһе алып үҫә. Әлеге көндә уларҙың береһе — илебеҙҙең баш ҡалаһында, икенсеһе Өфөлә йәшәй. Отпускыларында ҡайтып ярҙам итешеп китәләр. Ҡыҙҙары тормошта инде, ире менән ике ул үҫтерәләр. Ошо саҡлы ҙур эш алып барһалар ҙа, ял итергә лә ваҡыт табалар. Театрҙарға, концерттарға йөрөйҙәр, Башҡортостандың төрлө мөйөштәрендә булалар. Спорт менән шөғөлләнеүҙе лә кәрәкле тип табалар. Рәмил Заһит улы ҡатынына кистәрен арыу-талыу бөтһөн тип, үҙ ҡулдары менән тренажер ҙа эшләп ҡуйған. Һәр көндәрен файҙалы ла, күңелле лә итеп үткәрергә тырыша Аҡбашевтар. Тырышлыҡтары өсөн ҡорған донъялары матур, тормоштары етеш уларҙың.
Фәниә Батыршина. Эльмира РАФИҠОВА фотоһы
Источник: http://dairarb.ru/online/500-bhet-nigee-tyryshlyta.html
